Луганск республикаһының Штеровка ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған мемориаль комплекс булдырылды. Унда 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командирының бюсы урынлаштырылған.
Халыҡ батыры командир папахаһында һынландырылған. Миңлеғәле Минһаж улы 1943 йылдың 23 февралендә Петровское ҡалаһы һәм Штеровка ауылдары араһындағы ҡалҡыулыҡта һәләк була.
«Шайморатов Башҡортостан һәм Луганск халҡы өсөн уртаҡ герой. Ул беҙҙе берләштереп тора», – ти хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов. Петровское ҡалаһындағы 22-се мәктәп Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Былтыр унда Рәсәй Геройына һәйкәл асылды. Бөгөн Луганскиҙа Республика көнө.