Был хаҡта закон проектына төҙәтмәне республика парламенты тәүге уҡыуҙа хупланы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан «Башҡортостан инвалидтарына социаль ярҙам тураһындағы» ҡануниәткә үҙгәрештәр индереләсәк. Уға ярашлы, ғәриптәргә һәм мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары биреү ҡарала.
Был үҙгәреш 2005 йылдың 1 ғинуарынан торлаҡ шарттарын яҡшыртырға иҫәптә торғандарға ҡағыла. Дәүләт ярҙамы ҡатмарлы хроник сирҙән яфаланғандарға тәғәйенләнә. Сертификат номиналы 2 миллион 400 мең һум тәшкил итә. Республика ҡаҙнаһына ошо маҡсатта һалынған сығым күләме буйынса быйыл сертификат менән 74 ғаилә файҙаланасаҡ. Уның ярҙамында ғаилә уңайлы урындан фатир һайлай ала.
Рәмилә Исмәғилева