Республикала ҡандың ойошоусанлығын тикшергән анализаторҙарға кювет етештерелә башланы

Яңы производство Өфө тепловоз ремонтлау заводы биләмәһендәге «Башинвест» индустрия паркы базаһында асылған. Ул «Астра» ғилми-ғәмәли үҙәгенең «Ордамед» компаниялар төркөмө менән берлектәге эше. Проекттың инвестиция күләме 50 миллион һум тәшкил итә. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

«Астра» ғилми-ғәмәли үҙәге инде тиҫтәләрсә йыл яңы төр медицина ҡорамалдары уйлап табыу һәм етештереү менән мәшғүл. Предприятиела бәүел анализын тикшереү өсөн эшләнгән аппараттың, мәҫәлән, әлегәсә Рәсәйҙә тиңе юҡ. Ул илдең һәр һигеҙенсе медицина учреждениеһында ҡулланыла.

Донъя санкциялары предприятиеға ҡағылмаһа ла, эш процесына бер аҙ тотҡарлыҡтар индергән. Шулай ҙа сифаты бер ҙә зыян күрмәне, ти үҙәк инженерҙары. Киреһенсә, сит ил компанияларының Рәсәй баҙарынан китеүе Өфө предприятиеһына ыңғай йоғонто яһаған. Быйыл февралдән генә продукция етештереү күләме өс тапҡырға артҡан.

Ҡан ойошоусанлығын тикшергән анализаторҙар кюветы үҙенең формаһы менән айырыла һәм уны башҡа ҡоролмаларҙа ҡулланып булмай. Ә инде Өфө инженерҙары етештергән коагулометр бөгөн медицина учреждениеларында киң ҡулланышҡа сыҡты. Был айыыруса ковидтан һуң анализ биреүселәр һанының артыуына бәйле. Ҡатмарлы сирҙән һуң организмды тикшертеү мотлаҡ.

Азат Ғәлиуллин