Йорт хайуандарының «Сәләмәтлек поезы»

Благовещен районында күсмә ветеринария пункты ойошторолдо. Белгестәр эт-бесәйҙәрҙе тоҡомһоҙландырыу процедураһын үткәрҙе. Шулай уҡ уларға тамға ҡуйып, төрлө ауырыуҙарға ҡаршы вакцинация яһаны. Тәгәрмәсле ветеринария кабинеты эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.

Благовещен районынан Илдар Кинйәбаев тоғро дуҫының сәләмәтлеген алдан хәстәрләргә күнеккән. Граф ҡушаматлы немец овчаркаһы йыл һайын ветеринарҙар ҡарауына эләгә. Ғәҙәттәгесә, талпандарҙан эшкәртеү яһалғандан һуң эткә ҡотороуға ҡаршы прививка яһала.

Эттәр генә түгел, бесәйҙәр ҙә һиҙгер, күрәһең. Күсмә ветеринария пунктына сиратҡа баҫҡан граждандар йорт хайуандарын ҡосағына алып, уларҙы һүҙ менән йыуатырға тырышты. Алда стерилләү буйынса ҡатмарлы процедура көтөлә. 

Йорт хайуандары сәләмәтлегенең «ветеринария поезы» Башҡортостан буйынса йәнә эш башланы. Тәүге туҡталыш Благовещен районының Яңы Надеждин ауылында яһалды. Яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр был турала алдан иҫкәртелгәйне.

Иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем ветеринарҙар урындағы эт-бесәйҙәрҙең һаулығын тикшерҙе. Тәү сиратта ҡотороуға ҡаршы вакцинация эшләнде, тамғалар ҡуйылды. Процедураларҙың күбеһе бушлай, әйтәйек, тоҡомһоҙландырыу өсөн ҡулланылған медицина препараттарының хаҡын ғына ҡайтараһың.

«Ветеринария поезы» берәҙәк эт-бесәйҙәрҙең һанын көйләү маҡсатында ойошторолған. Тәүге эш көнө яуаплы хужаларҙың күп булыуын күрһәтте. Тиҫтәнән ашыу заявка эшкәртелгән.

Благовещендағы күсмә ветеринария үҙәге икенсе йыл эшләй. Былтыр йөҙҙән ашыу эт-бесәй ҡаралған. Ветеринарҙар мобиль пост менән Бөрө һәм Кушнаренко райондарын да йөрөп сыҡҡан. Быйыл да был биләмәләр иғтибар үҙәгендә буласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина