Өфөлә хоҡуҡ һаҡлау һәм власть органдары вәкилдәре араһында бильярд буйынса турнир үтте

Күләмле ярыш Бөтә Рәсәй полиция хеҙмәткәрҙәре ассоциацияһының төбәк бүлексәһе һәм бильярд спорты федерацияһы тарафынан ойошторола. Йылына кәмендә өс тапҡыр уҙғарыла. Сара сиктәрендә муниципалитеттар, көс структуралары етәкселәре өсөн айырым вип-турнир ҙа булды.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров беренселекте алһа, командалар араһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәренә етеүсе булманы.

Гөлназ Хәйбуллина