Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре Еңеү парадында өсөнсө урын яуланы. Бөгөн уларға Башҡортостан башлығының рәхмәт хаттары һәм маҡтау грамоталары тапшырылды.
Кадеттар көнөнә ике сәғәттән ашыу ваҡытын плацта үткәрә. Ашханаға йөрөгәндә лә, буш ваҡыттарын да улар сафтарҙа йыр менән үтергә күнеккән. Хәрби ныҡышмалыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирә. Муса Гәрәев исемендәге кадеттар корпусы тәрбиәләнеүселәре бер генә тантаналы сараларҙан ҡалмай. Еңеү парадында ла улар һәр саҡ алда. Байраҡтар күтәреү, почет ҡарауылы алып барыу ҙа тап улар иңенә йөкмәтелә.
Тап плацтағы күнекмәләр буласаҡ офицерҙарҙы рухи һәм физик яҡтан сыныҡтыра. Сафтарҙа айырылып торғандарҙы Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Тап ошондай мәктәптәрҙә беҙҙең буласаҡ һаҡсыларыбыҙ тәрбиәләнә, хәрби табип булараҡ үҙ профессияһына үтә лә яуаплы ҡараған курсанттарҙы тәбрикләү ҡыуаныслы, тине Максим Забелин. Кадеттар үҙ сиратында строй йырҙарын башҡарҙы һәм ҙур әҙерлек талап иткән күнекмәләр күрһәтте.
Айнур Кәбиров