Өфө районы Дмитриевка ауылында йәшәүселәр крандан бысраҡ һыу килеүенә зарлана

Трактовая һәм Мәктәп урамында һыуһыҙ тормош көтөүселәр менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Трактовая урамында йәшәгән Ғәлимә Сәфәрғәлина фатирында крандан һыу хатта тамсылап та килмәй. Бер-нисә көн элек торбаларҙан таҙа һыу урынана ҡуйы буйраҡ һыу килде тип зарлана. Һыу булмағас, кер йыуыу машинаһын ҡуллана алмай, унитазды ла биҙрәләп һыу ташып йыуҙырырға тура килә.

Һыуһыҙ икенсе ҡаттағы тормош бөтөнләй күңелһеҙ. Һыу тәьминәте өсөн ай һайын ваҡытында иҫәпләшкән квитанциялары ла бар. Дүрт бүлмәле фатирҙа яңғыҙы йәшәгәс, һыу өсөн айына 200 һум самаһы аҡса сарыф итә.

Ғәлимә Сәфәрғәлинаның йорто алдында бәләкәй ер участкаһы ла бар. Унда бәләкәй теплица ҡорған, йәшелсә-емеш һәм сәскәләр үҫтерә. Әлегә йәшел үҫентеләрҙе йыш яуған ямғырҙар ҡотҡара, ти, күп фатирлы йортта йәшәүсе хужабикә.

Һыуүткәргес торбаларҙа һыу килеү туҡтағас, Дмитриевкала йәшәүсе халыҡ көндәлек кәрәк-яраҡтар өсөн йөҙәр литрлы мискәләргә йыйылған ҡар һәм ямғыр һыуҙарын тотоноп торорға мәжбүр.

Дмитриевкала һыуүткәргестә буйраҡ һыу килеү мәсьәләһенә асыҡлыҡ индереүҙәрен һорап беҙ ауылды ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма директорына мөрәжәғәт иттек.

Дмиртиревка ауылында яңы һыу башняһын үткән аҙнала сафҡа индерҙек. Һыу селтәрендә ремонт барышында граждандар бер-нисә көн дауамында уңайһыҙлыҡтар кисерҙе. Трактовая 29 -41 йорттары, Мәктәп урымында йәшәүселәр йорттары үҙидарала. Уларҙа һыу торбалары торошо хаҡында беҙ хәбәрҙар түгелбеҙ. Инженер селтәрҙәрендә проблемаларҙы идарасы компания көсө менән генә хәл итергә мөмкин.

Данис Мөстәҡимов, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма директоры

Юғары баҫымлы һыу таратыу башняһы файҙаланыуға тапшырылғандан һуң,идарасы компания хеҙмәтләндергән йорттар крандарында һыу тәьминәте нормалләшеүен раҫлаусылар ҙа бар.

Трактовая, Мәктәп урамдарында йәшәүселәр йорттарында инженер селтәрҙәре туҙыуын белгестәр ҙә инҡар итмәй. Ә һыуһыҙ ултырып ҡалған халыҡҡа артабан да һыу тәьминәтендә өҙөклөктәр булмаһын өсөн үҙҙәрен хеҙмәтләндереүсе идарасы компания һайлап, килешеү төҙөү мәсьәләһен тиҙләтергә генә ҡала.

Гүзәл Борханова