Ул ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ике балаға йорт йылыһы бүләк иткән Апаҡаевтар ғаиләһе. Улар республика кимәлендәге конкурста баш ҡала данын яҡлаясаҡ.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, опекун, патронат ғаиләләр араһындағы конкурс 15 йыл элек уҙғарыла башлай, сара өс йылға бер тапҡыр ойошторола. Ҡала кимәлендәге конкурста Өфөнөң һәр районынан бер ғаилә ҡатнаша.
Залдағы күргәҙмәлә уларҙың спорттағы ҡаҙаныштары, ижад емештәре менән танышырға мөмкин. Бында аш-һыу өлгөләре лә, ағастан эшләнгән әйберҙәр ҙә, биҙәлгән, сигелгән ҡул эштәре лә, картиналар ҙа бар. Һәр береһенә күңел йылыһы һалынған.
Конкурсҡа һәр ғаилә бай йөкмәткеле, үҙенсәлекле программа менән сығыш яһаны. Әммә ойоштороусылар әйтеүенсә, иң мөһиме ғаилә ағзалары араһындағы йылы мөнәсәббәт, ул тәү ҡараштан уҡ һиҙелеп тора. Хәстәргә, һөйөүгә сорналған ғаиләләрҙә балаларҙың йөҙөнөн нур, йылылыҡ бөркөлә.
Жюри ағзалары фекеренсә, бар ғаиләләр ҙә конкурсҡа ныҡлы әҙерлек менән килгән. Ә еңеүсе тип Октябрь районынан Апаҡаевтар ғаиләһе табылды, улар берҙәмлек, татыулыҡ өлгөһө булды. Апаҡаевтар конкурста үҙҙәре генә түгел, туғандары менән бергә ҡатнаша.
Рәмзиә Кәримова