Башҡортостанда һәләтле балаларҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә

2018 йылдан алып Рәсәй, төбәк-ара олимпиадалар еңеүселәренә һәм Республика Башлығы премиялары һәм стипендиалары тапшырыла. Үткән йылда бындай бүләккә  442 уҡыусы һәм уларҙы әҙерләгән 283 уҡытыусы лайыҡ булды.  Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Вадим Харисов премияға дәғүә итә. Ул быйыл Рәсәй кимәлендә химия олимпиадаһының еңеүсеһе булды. Уның уҡытыусыһы, химия фәндәре кандидаты Айнур Ғүмәров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт