Бының өсөн 10 миллиард һумға яҡын аҡса тотонола. Беренсе вице-премьер Азат Бадранов федераль аҡса йәлеп итеү буйынса кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. 2026 йылға тиклем Башҡортостанда программа ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, 365 мәктәп бинаһын ремонтлау көтөлә. Программаның тәүге этабы 2022-2023 йылдарға иҫәпләнгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан әлегә тиклем мәктәптәрҙә капиталь ремонт өсөн федераль үҙәктән бындай ҙур сумма алмаған. Ил президенты башланғысы менән булдырылған программа шундай мөмкинлек биргән.