Өлөшләтә аҡса индереп төҙөлөш туҡтап ҡалған торлаҡтарҙа эш сентябрҙә тергеҙелер тип көтөлә. Өфө үҙәгендә урынлашҡан «Белая река», «Эрмитаж», «Ленин урамындағы йорт» торлаҡ комплекстарындағы фатир асҡыстарын киләһе йыл аҙағында тапшырыу бурысы ҡуйылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Бишенсе йыл фатир асҡысын көткән граждандар идарасы компания вәкилдәре менән сираттағы осрашыуға йыйылды. «Госстрой» ойошмаһынан торлаҡ һатып алып алданыусылар «Садовое кольцо» компанияһы объект төҙөлөшөн тамамлар тип өмөтләнә.
«Госстрой « ойошмаһы йорттарына өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп алданған граждандар иҫәбе 800-гә тиклем еткән. Һуңғы биш йыл эсендә уларға йәшәү өсөн ҡуртымға алынған торлаҡҡа һәм бер юлы ипотека өсөн аҡса түләргә тура килә. Компания етәксеһе Кирилл Бадиков әле ҡулға алынған. Проблемалы объекттар төҙөлөшө «Садовое кольцо» ойошмаһына йөкмәтелгән.
«Садовое кольцо « идарасы компанияһы Өфө үҙәгендәге йорттар менән бер йыл элек эш башланы. Проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөүсе ойошма ярҙамында ике йөҙгә яҡын кеше фатир асҡыстарын алған да инде.
Флорида Ким