Нефтекамала бәлиғ булмаған ике бала ҡатнашлығында фажиғә теркәлгән

Үҙәк ҡала паркында каруселдә бәүелгән уҡыусы ҡыҙҙар аяғын һындыра. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Йән өҙгөс ҡысҡырыу тотош паркҡа тиерлек ишетелгән. Ике әхирәт ҡыҙҙың аттракциондағы ялы фажиғәле тамамланырын береһе лә көтмәй. Балалар каруселенә бәләкәй ҡыҙҙарҙың аяҡтары ҡыҫылып ҡала.

Фажиғә урынынан алыҫ булмаған урында эшселәр икенсе аттракцион төҙөгән була. Ҡысҡырыуҙы ишеткән ирҙәр ярҙамға ташлана. Уртаҡ көс менән улар каруселде туҡтата.

Киске һигеҙенсе ун биш минутта ҡыҙым шылтыратты. Ярһып илай. Атай, беҙҙең аяҡ ҡыҫылды, өҙөлөп ҡала инде. Мин шаңҡып ҡалдым. 5 минут эсендә, барып еттем..

Марсель Мурзин, зыян күреүсенең атаһы

Шаһиттар әйтеүенсә, каруселдәге 4 бала бер яҡта ултырған. Ауырлыҡтың бер яҡҡа төшөүе фажиғәгә сәбәбсе булыуы мөмкин. Быны урында эшләүсе оператор  көйләргә тейеш инеме, әлегә билдәһеҙ.

Ярҙамға атылған эшсе ирҙәрҙең береһе билет һатыусыға: «Һеҙ физика уҡыманығыҙмы әллә?!» – тип ҡысҡыра башланы. Каруселдең бер яғы буш ине. Фажиғә мәлендә оператор каруселде туҡтатыу төймәһенә баҫып маташа ине. Әммә инерция арҡаһында аттракцион тиҙ генә туҡтаманы.

Константин Зарубин, шаһит

Нефтекама прокуратураһында фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Балаларҙың йәрәхәт алыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү ойошторолған. Әлеге ваҡытта ике ҡыҙ өйҙә ултыра. Туғандары әйтеүенсә, әле улар хатта тышҡа ла сығырға ҡурҡа.

Рәзилә Ғиниәтуллиина