Ҡала дизайны үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, фекер алышыуҙарҙа йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Балалар ҙа үҙҙәренең тәҡдимдәрен һүрәт төшөрөп еткергән. Ошо көндәрҙә проект семинары сиктәрендә биләмәлә реконструкция ойоштороу буйынса бер нисә вариант ҡаралған.
Әлегә өс төп тематика һайлап алынған – диңгеҙ, йыһан һәм халыҡ әкиәттәре стилендә. Проекттарға ярашлы, скверҙа балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары, ял зонаһы барлыҡҡа килергә тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина