Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы ойошторола

Республика ЗАГСтарында законлы никахын теркәүселәргә ведомство тарафынан иҫтәлекле ҡотлау хаттары тапшырала. Бөгөн Өфөлә «Ғаилә фестивале» лә үтте. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Был аҙнала республикала 172 пар законлы никахын теркәйәсәк. Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан Юлиә менән Семен Маряшиндар ҙа тормош юлын бергә бәйләне. Йәштәрҙе бәхетле көндәре менән төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла шәхсән ҡотланы. Иҫтәлеккә бүләк тә тапшырылды.

Үҙемде донъялағы иң бәхетле кеше итеп тоям. Ун йыл дауамындағы дуҫлыҡ мөхәббәт ептәре менән нығынды. Тормош иптәшем гимнаст, ә мин жонглер. Циркта эшләгәс, беҙ һәр ваҡыт гастролдә йөрөйбөҙ. Майҙа ғына отпуск, шуға был айҙа законлы никахҡа инергә булдыҡ, бөгөнгө датала туҡталыуыбыҙ осраҡлы түгел, 13 – яратҡан һаныбыҙ.

Юлия Маряшина

13 майҙан республикала Ғаилә аҙналығына ла старт бирелде. Тәүге көндә «Торатау» конгресс-холлында ата-әсәләр һәм балалар өсөн ҙур фестиваль ойошторолдо. Уның сиктәрендә сәләмәтлек, дөрөҫ туҡланыу, медицина косметологияһы, интернеттағы һәм йәйге ялдағы хәүефһеҙлек буйынса файҙалы лекторий үтте.

Фестивалдә ҡатнашыусылар төрлө йүнәлештәге белгестәрҙән бушлай консультациялар алды. Ғаиләләргә психологик, юридик ярҙам да күрһәтелде. Шулай уҡ балалар менән логопедтар эшләне. Кескәйҙәрҙең телмәренә диагностика ойошторолдо.

Күп балалар табиптарҙан ҡурҡа. Шуға сараны ойоштороусылар «Мауыҡтырғыс медицина» квесы ярҙамында аҡ халатлыларҙың яуаплы һөнәренә һөйөү уятырға ла тырышты. Хирург, теш табибы, офтальмолог -   белгестәр уйын формаһында кескәйҙәргә һаулыҡты һаҡлау ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.

Балалар һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Шулай уҡ уларға беренсе ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләре хаҡында ла һөйләнеләр.

Фойела «Ғаиләле булыу шәп» тип исемләнгән фотокүргәҙмә эшләне. Гараж һатыу-һатып алыу сиктәрендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса мәрхәмәтлек сараһы уҙғарылды. Шулай уҡ фестивалдә атайҙар өсөн күңелле старттар ойошторолдо, мәктәп уҡыусылары профориентация эшенә йәлеп ителде. Ғаилә аҙналығы 19 майға тиклем дауам итә. Көн һайын онлайн һәм оффлан форматта саралар уҙғарыласаҡ. Уларҙың барыһы ла ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән.

Гөлназ Хәйбуллина