Өфөнөң Ленин исемендәге ял паркын капиталь төҙөкләндереү көтә

Республиканың Йәмәғәт палатаһында үткән түңәрәк өҫтәлдә «Генпроект» ойошмаһы баш архитекторы Людмила Стадничук ҡала баҡсаһын яңыртыу буйынса проект тәҡдим итте. Уның буйынса ике фонтан араһында амфитеатр ҡаралған. Воркаут менән шөғөлләнеү өсөн майҙан төҙөләсәк.

Аҙ хәрәкәтләнеүсе граждандарға баҡсаның һәр мөйөшөнә үтерлек уңайлыҡтар булдырыла. Иҫке фонтандар алыштырыла. Парк үҙәгендәге клумба урынына декоратив ҡыуаҡтар, шулай уҡ бәләкәй фонтан ҡуйыла. Стеналар, баҫҡыстар яңыртыла, яҡтыртыу системаһы алыштырыла.

Парк видеокүҙәтеү, һыу эсеү өсөн ҡоролмалар менән йыһазландырыла, вай-фай эшләйәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, проект авторҙары ҡала баҡсаһын заманса итеп үҙгәртергә теләй.  Проект әле экспертизала, уның хаҡы яҡынса 600 миллион һум менән баһалана.

Беҙ ҙур үҙгәрештәр индермәй генә паркты яңыртыу яғында.  Ҡала халҡы менән һөйләштек, улар спорт һәм балалар майҙансығы һораны. Төҙөлөштө киләһе йылда башлап, 2024 йылда объектты файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.

Людмила Стадничук, «Генроект» ойошмаһы баш архитекторы

Өфөлә был парк 1867 йылда губернатор Сергей Ушаков башланғысы менән булдырылған. Төрлө йылдарҙа Ушаков, Ирек баҡсаһы, Ленин исемендәге, Александр Матросов исемендәге мәҙәниәт һәм ял үҙәк паркы атамаларын йөрөткән. Паркта ҡыҙылармеецтар һәм йәмәғәт вәкилдәре ерләнгән мемориал, Александр Матросовҡа һәм Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәлдәр, үҙәк аллеяла республика наградалары менән 4 гранит стелла урынлашҡан. Ҡала баҡсаһы  уҙған быуаттың 80-се йылдарынан бирле капиталь төҙөкләндерелмәгән.

Парктың тарихи өлөшө һаҡлана, әлбиттә, ул бер ниндәй ҙә һорау тыуҙырмай. Ә бына проект тәҡдим итеүселәрҙең балалар майҙансығы булдырыуына беҙ ҡаршы фекерҙә. Йыйылыштан һуң беҙ протокол төҙөп тапшырабыҙ, проект авторҙары артабан нисек эшләү тураһында хәл итер.

Рәмил Рәхимов, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары 

Рәмилә Исмәғилева