Киләһе аҙнала герой төбәктә илдең һөнәри белем биреү учреждениелары араһында йәйге спартакиада үтә.
Рәсәй йәштәре ярыштарына республиканың иң көслө 70 спортсыһы һайлап алынған. Алыҫ юлға сығыр алдынан Башҡортостан йыйылма командаһы Мәғариф һәм Спорт министрлыҡтары вәкилдәре менән осрашты.
Яҡташтарыбыҙ йәйге спартакиадала спорттың 11 төрөндә көс һынаша. Әйтергә кәрәк, уҡыусылар араһындағы был ярыштар дүртенсегә ойошторола. Тәүге спартакиаданы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡабул иткәйне. Унда республика вәкилдәре дөйөм команда беренселегендә еңеү яуланы.
Илдар Байбулатов