Мәскәүҙә «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестһабантуйы программа комитетының кәңәшмәһе үтте

Ул быйыл Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр ойоштороласаҡ күләмле форумға арналды.

Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкция шарттарында сит ил партнерҙарының ҡатнашыуы ҡатмарлаша. Шуға ҡарамаҫтан быйылғы сараға Ҡаҙағстан, Беларусь һәм Төркиә вәкилдәре килергә теләк белдергән. Әлегә тиклемге өс форумда дөйөм хаҡы 113 миллиард һумлыҡ 57 килешеү төҙөлгән.

 Яҡынса алты мең кешегә эш урыны булдырылған. Форумда ҡабул ителгән мәсьәләләр федераль ведомстволарҙа тормошҡа ашырыла, сөнки «Урал аръяғы» көрсөккә ҡаршы үҫеш йәһәтенән яҡшы тәжрибә уртаҡлашыу урыны.