Был элекке завод билмәһендәге универсаль спорт комплексының икенсе сираты. Ул 200 йәш хоккейсыға иҫәпләнгән. «Астра» комплексы боҙ һарайынан тыш, ҡаяға үрмәләү үҙәген, батут паркын, гимнастика мәктәбен, көрәш, акробатика, бал бейеүҙәре, шахмат академияһын һәм башҡа төрҙәрҙе үҙ эсенә ала.
Заманса проект шәхси инвестициялар ярҙамында тормошҡа ашырылды. Тулыраҡ мәғлүәмт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфөлә яңы асылған хоккей аренаһында малайҙар араһында көсөргәнешле ярыш. «Астра» боҙ аренаһы исемен йөрөткән команда Салауат Юлаев егеттәренә ҡаршы. Кескәйҙәр уйынды түҙемһеҙләнеп көтөп алған, сөнки яңы асылған «Астра» клубында улар тәүге спортсылар.
Өфөнөң Ростов урамында асылған заманса боҙ аренаһында һәүәҫкәр хоккей командалары ярыштары һәм башҡа саралар үтер тип көтөлә. Көйәрмәндәр өсөн иркен тамаша залы ҡаралған, трибуналағы урындар 250 кешегә иҫәпләнгән. Элекке тимер-бетон ҡоролмалар заводы урынында асылған спорт майҙанында заманса инфраструктура менән тәьмин ителгән комплексҡа әйләнгән.
Проекттың төп маҡсаты – бер майҙанда төрлө спорт ойошмаларын берләштереү. Ҡулланыусыларҙың уңайлығы өсөн фитнесс, бокс, ҡаяға үрмәләү, футбол, теннис, батут, гимнастика залдары асыҡ.
«Яңы спорт комплексы балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн оло бүләк булыр тип ышанам», тип яҙҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә. Республика етәксеһе быға тиклем «Астра Арена» боҙ һарайында ике тапҡыр булып уның мөмкинлектәре менән яҡындан танышҡайны.
Флорида Ким