Экспозицияла сүп-сарҙы айырым йыйыу, уны икенсел эшкәртеү һәм ҡулланыу проблемаларына бағышланған 12 эш тәҡдим ителгән. Проект бер йыл дауамында ғәмәлгә ашырыла.
Модель булып Өфөнөң төрлө йәштәрҙәге кешеләре сығыш яһаған. Фотокүргәҙмәнең маҡсаты – халыҡты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға һәм рациональ файҙаланыуға өйрәтеү. Был йәһәттән ташландыҡ текстиль проблемаһы айырым урын биләй. Экоактивистар билдәләүенсә, ҡайһы бер әйберҙәр башҡа ҡулдарҙа яңы тормош ала.
Илдар Байбулатов