«Йәш ғалимдар» советы тарафынан үткәрелгән сарала белгестәр бизнес проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу серҙәре менән уртаҡлашты. Йәштәрҙә эшҡыуарлыҡ һәләттәрен асыу, иҡтисад менән бәйле маҡсаттарына ирешеү өсөн ойошторолған осрашыуҙа практик белем биреү ҡаралған.
Оҫталыҡ дәресе һөҙөмтәләре буйынса йәштәр араһында иң ҡыҙыҡлы проекттары һайлап алынасаҡ. Иғтибарға лайыҡ стартаптарға ойоштороусылар финанс ярҙам күрһәтеп студенттарҙы эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итергә ниәтләй.
Флорида Ким