Өфөлә химия фәне буйынса 4-се Бөтә Рәсәй диктанты үттеХимия донъяһында. Башҡорт дәүләт университетында химия фәне буйынса 4-се Бөтә Рәсәй диктанты үтте. Яҙма эш бер юлы ике форматта ойошторолдо.
Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм химия фәне менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн 600-ҙән ашыу майҙансыҡ ойошторолдо. Уларҙың береһе Башҡорт дәүләт университетында эшләне. Үҙ белемен юғары уҡыу йорттары ректорҙары, олимпиада еңеүселәре һәм гимназия уҡыусылары һынап ҡараны. Диктантты химия факультетын тамамлаусы, диктор Флүрә Мурзина уҡыны.
25 һорауҙан торған яҙма эшкә 45 минут ваҡыт бирелде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, дөрөҫ яуап бирер өсөн химик йәки махсус белемле булыу мотлаҡ түгел. Бары тик тормошта осраған миҫалдарҙы иҫләргә кәрәк. Акцияның онлайн ҡатнашыусылары һөҙөмтә менән шунда уҡ таныша алһа, диктантты аудиторияла яҙыусыларға билдә 16 майҙа ҡуйыла.
Әлфинә Килдейәрова