Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар Өфө дәүләт нефть техник университетына йыйылды

Техникаға әүәҫ йәштәр 9 йүнәлештә технологик проекттарын яҡланы. «Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар» 9 -сы Бөтә Рәсәй конференция-ярышының  төбәк этабы хаҡында тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Азамат Һаҙыев менән Арсен Шәғәлин «Мәғариф» милли проектының аҡыллы донъя номинацияһында икенсе йыл рәттән ҡатнаша.  Улар гироскутерҙың программаһын үҙгәртеп самокат модернизациялаған. Техникаға әүәҫ ү:мерҙәр шулай  программаға таянып, инвалид коляскаһы ла ҡора ала.

Үҙйөрөшлө электросамокаттар өсөн үҫмерҙәр оцинковкаланған ҡалай рам, аммортизатор һәм балалар велосипеды дисктары ҡулланған.Транспорт сараһы сигнализацияланған, тиҙҙән телефон ҡушымтаһы аша ла идара итеп буласаҡ.

 Тулы йөрөшлө самокатты Әбйәлил үҫмерҙәре йыл эсендә йыйған.Был транспорт сараһы экологик талаптарға яуап бирә, тирә-яҡ мөхитте бысратмай, ремонтлауы еңел һәм күп функциялы, заводта йыйылған аналогынан ун тапҡырға арзаныраҡ.

Камил Ибраһимов электроника  менән бер-нисә йыл шөғөлләнә. Үҫмер киләсәктә йыһан аппаратары өсөн деталдәр йыйыусы инженер һөнәрен буйынса белем алырға теләй. Эштәрен яҡлағанда ла ҡапыл бирелгән һорауҙар алдында юғалып ҡалмай, төплө һәм ышаныслы яуап бирә.

Минең ҡулымда «Йыһан уҙышы» тигән уйын. Ул бик бәләкәй генә ҡумтала булһа ла бик ҡатмарлы, аң кимәлен үҫтерә.

Камил Ибраһимов, Шишмә районы йәш техниктар станцияһында шөғөлләнеүсе

 Һайлап алыу этаптары Бөтә Рәсәй буйынса үткәрелә. Инженер прототиптары һәм фәнни эштәр медицина, йыһан, ауыл хужалығы өлкәһенә арналған. Темаларҙы илдең иң ҙур компаниялары тәҡдим итә. Үҫмерҙәр ижади эштәрендә еңеү яулағандан һуң артабан  юғалып ҡалмай, техник юғары  уҡыу йортона ингәндә лә был уңыштары иҫәпкә алына.

Беҙ йәштәрҙең үҙҙәре һайлаған йүнәлештән тайпылмауын теләйбеҙ. Улар артабын да ошо йүнәлештәр буйынса корпоратив проекттарҙың лагерь сменаларында шөғөлләнә аласаҡ һәм техник юғары уҡыу йорттарының  бюджет урындарына уҡырға инә аласаҡ.

Екатерина Лычёва, «Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар» фонды президенты

 Башҡортостандан иң уңышлы тип табылған 10 проект авторҙары Дәүләт Думаһына йүнәлтеләсәк. Улар баш ҡалала бөтә илдән йыйылған 600 -ҙән ашыу йәш техниктар араһында көс һанашасаҡ.

Гүзәл Борханова