Әбйәлил баҫыуҙарында эш ҡайнай

Әле республика буйынса барлыҡ майҙандарҙың яртыһында эштәр теүәлләнгән. Әбйәлил хужалыҡтарына быйыл 69 мең ярым гектарҙы сәсеү бурысы тора. Әле шуның 29 меңендә эштәр тамамланған. Райондың баш агрономы Вил Мийәнов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл республикала шәкәр сөгөлдөрө майҙаны, шулай уҡ ҡоролоҡҡа бирешмәгән культура баҫыуҙары арттырылған. План буйынса яҙын яҡынса 1 миллион 800 мең гектар ер сәселергә тейеш.