Делегацияны Республиканың ил президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Греков етәкләй. Уның әйтеүенсә импортты алмаштырыу, республика продукцияһын эскпортлау йүнәлештәрендә яңы мөмкинлектәр ҡарала. Нефть һәм газ тармағына иғтибар ҙур. Шулай уҡ ауыл хужалығында хеҙмәттәшлекте нығытыу көтөлә. Башҡортостан әле 128 ил менән сауҙа итә. Улар араһында Иран тауар әйләнеше күләме буйынса 10-сы урында тора.