Сүп-сарҙы полиэтилен тоҡтарға тултырып йыйыу эштәрен май аҙағына тиклем теүәлләү маҡсаты ҡуйыла

Республика менән идара итеү үҙәгендә ошо турала белдерелде. Контейнер майҙансыҡтарын мөмкин тиклем арттырырға тейештәр. Сүп-сарҙы сығарыуҙы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы контролгә ала. Баҡса миҙгеле башланыу менән ҡайһы бер урындарҙы контейнерҙарҙың ваҡытында бушатылмауы ла теркәлгән. Был проблеманы хәл итергә ҡушылған.