Туймазы районында М-5 трассаһының бер өлөшөндә машина йөрөшө ваҡытлыса сикләнә

 "Приуралье" юл идаралығынан  хәбәр итеүҙәренсә, Серафимовка  ауылы  янында  реконтрукция  эштәре  бара.  Бөгөндән  21 майға  тиклем иртәнге сәғәттәрҙә  сикләүҙәр була. Юл бөтә  төр транспорт өсөн  ябыла. Ауырлығы  3 ярым тоннанан артмаға  машиналар был урынды  урап  үтә  аласаҡ.