Башҡорт нефтенә теүәл 90 йыл булды

 1932 йылдың 16 майында Ишембай ауылы янындағы 702-се скважинанан тәүге нефть фонтаны урғыла башлай. Был көн республикала нефть сәнәғәтенең тыуған көнө булып иҫәпләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо иҫтәлекле юбилейҙы ойоштороу һәм үткәреү тураһында указ барлығын әйтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Энгель Зәйнетдинов нефтсе. Төп һөнәренән тыш, уны күптәр журналист булараҡ та белә. Ул 40 йылдан ашыу Башҡортостан нефте тарихын яҙа. Ошо тармаҡта эшләгән кешеләрҙең яҙмышын өйрәнә, билдәһеҙ факттарҙы асыҡлай, онотолған исемдәрҙе ҡайтара. “1937 йылда Ишембайҙа 80-дән ашыу нефтсе ҡулға алына, уларҙың 33-ө атып үлтерелә”, - ти ул. Энгель Зәйнетдинов "Ватандаш" журналында донъя күргән яҙмалары өсөн республиканың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт