Быйыл 4 айҙа 1 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был һан былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 10,8 процентҡа күберәк. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн ошо турала хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл республикала 2 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү ҡарала. 110 мең самаһы ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта ала. Былтыр Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшөндә рекорд ҡуйҙы – 3 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Йыл йомғаҡтары буйынса республика Рәсәйҙең төҙөлөш тармағында алдынғылар исемлегенә инде.