Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Баймаҡ районындағы белем усағы төҙөлөшөн һуңлатҡан өсөн Төҙөлөш һәм архитектура министрына эштән бушатыу менән янаны. Мәктәп бинаһы 2011 йылда уҡ емерелә башлай. 2019 йылда уны авария хәлендә тип билдәләйҙәр. Балалар 9 километр алыҫлыҡтағы Сибай ҡалаһына йөрөп уҡый. 2020 йылда иҫке бина һүтелә, уның урынында яңыһы төҙөлә башлай. 375 уҡыусыға иҫәпләнгән объект былтыр йыл аҙағында тапшырылырға тейеш була.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт