Был «Ворлдскиллс» Рәсәй милли хәрәкәте сиктәрендә мөмкин булған.
Башҡортостан һанлы үҫеш дәүләт идаралығы министрлығы ярҙамында төбәк компаниялары студенттарҙы 17 айти йүнәлеш буйынса практикаға саҡыра. Тәҡдим ителгән 25 урында 20 студент үҙен һынап ҡараған. Йәштәрҙе чемпионатҡа әҙерләүҙә әйҙәүсе компаниялар ҡатнашҡан.
Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжынан ике студент Хәүефһеҙлек системалары инженер үҙәгендә яңы һөнәрҙәрҙең береһен үҙләштергән. Предприятиеларҙы Интернет киңлегендә хакерҙар һөжүменән һаҡлау буйынса улар белемен арттырған. Милли чемпионатта заманса йүнәлеш буйынса улар яҡшы һөҙөмтәгә ирешеүгә ышаныс белдерә.
Студенттар ойошмаларҙа компетенцияларын арттыра, ғәмәли тәжрибә туплай һәм «Ворлдскиллс» Рәсәй чемпионатында еңеүгә этәргес ала. Чемпионатта 16 йәшкәсә уҡыусылар һәм 16 йәштән 25 йәшкәсә студенттар 150 компетенция буйынса ҡатнаша. Былтыр сараның финалы Өфөлә уҙҙы.
Рәмилә Исмәғилева