Автоматик рәүештә төҙөлгән дәрестәр теҙмәһе

Өфөнөң 119-сы мәктәбе уҡыусыһы Виталий Бикбулатов мәғариф учреждениеһы етәкселеге эшен еңеләйтеү маҡсатында яңы компьютер программаһы уйлап сығарған.

Үҫмер педагогтар исемлеген төҙөп, артабан һәр ҡайһыһының ниндәй фәндән уҡытыуы, синыфтар буйынса күпме сәғәт бүленеүе тураһында мәғлүмәт туплай. Уның нигеҙендә махсус программала расписание төҙөлә.

Виталий информатика менән етенсе синыфтан ҡыҙыҡһына, әле программалауҙы үҙләштерә башлаған. Белем усағы коллективы билдәләүенсә, үҫмер теүәл фәндәрҙән төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып мәктәп данын да лайыҡлы яҡлай. Дәрестәр теҙмәһе буйынса яңы программа  киләһе уҡыу йылынан тәүге һынау үтәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина