Әле был проект өҫтөндә Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең нефть химияһы һәм катализ институты белгестәре эшләй. Яңы технологияның өҫтөнлөгө лә бар, эш процессында ҡиммәтле металдар – платина, палладий файҙаланыу талап ителмәй.
Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан хупланған проектты тормошҡа ашырыуға Рәсәй фәндәр фондынан Грант та бүленгән. Ғалимдар яҡын киләсәктә катализаторҙарҙың сәнәғәт етештереүен Ишембайҙағы предприятиела индерергә планлаштыра. Юғары сифатлы ҡышҡы арктик яғыулыҡ алыу технологияһы нефть компанияларында ла уңышлы ҡулланылыр тип көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина