Үҙеңдеке тәмле лә, сифатлы ла!

Өфөлә үткән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатып алыусыларға помидор, борос, емеш-еләк үрсетмәләре тәҡдим ителде.

Ҡала халҡы сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алып ҡыуанһа, фермер һәм шәхси хужалыҡтар өсөн өҫтәмә аҡса эшләү ысулы. Спорт һарайы алдында үткән йәрминкәлә башлыса йәшелсә, емеш-еләк үрсетмәләре, орлоҡтар һатыуға сығарылған.

Бынан тыш, ғәҙәттәгесә, кәштәләрҙә бал, һөт һәм ит ризыҡтарын табырға мөмкин. Йәрминкәләр  иртәнге сәғәт 10-дан, киске сәғәт 4-кә тиклем эшләй.

Әлфинә Килдейәрова