Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһына 7-се гуманитар ылау тапшырылды. Йөктөң дөйөм ауырлығы 165 тонна. Колонна барлығы 41 машинанан торҙо. Башҡортостан төҙөлөш материалдары, махсус техника, медицина ҡорамалдары, дарыуҙар менән ярҙам итте.
Бынан тыш, утлы төбәктә хеҙмәт вахтаһын үтәүгә 150 табип, юл хужалығы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре юлланды. Гуманитар ылауҙы БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин оҙатып барҙы.
Ҡулдарында сирен гөлләмәләре, йөҙҙәрендә шат йылмайыу. 8 йыл дауамында Украина агрессияһынан ыҙа сиккән Донбасс халҡы Башҡортостан вәкилдәрен Европаны фашизмдан азат иткән "еңеү яҙы һалдаттары" кеүек ҡабул итте.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы алышҡан Красный Луч биләмәһендә йәшәүселәр Башҡортостан халҡының ярҙамын әле лә тоя.
8 йыл дауамында Украиналағы режимдың ҡыҫымы аҫтында ҡалған халыҡ ысынлап та, ярҙамға мохтаж. Бигерәк тә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә. Тиҫтә йылға яҡын Красный луч ҡалаһында йәшәүселәр бөтөнләй медицина тикшереүе үтмәгән. Республиканан килтерелгән күсмә поликлиникаларҙа уларға заманса ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Беҙҙең өсөн ғәҙәти күренгән кардитограмма , УЗИ аппаратында тикшереү үтеү, рентгент Красный Луч ҡалаһы халҡы өсөн ҙур ҡаҙаныш.
Күсмә модулдә теш табибы кабинеты ла урынлашҡан. Стоматологҡа эләгеү өсөн Луганск ҡалаһына тиклем юл үтергә кәрәк. Был яҡынса 70 саҡырым самаһы. Утлы төбәктә теш дауалау өсөн мажаралы сәйәхәткә сығыуҙан күптәр баш тартҡан. Шуға ла халыҡ, Башҡортостан аҡ халатлыларына сиратҡа баҫты.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республика вәкилдәре ашығыс ярҙам күрһәтеп тө өлгөрҙө. Нуриман үҙәк район дауаханаһы хирургы Салауат Таштимеровҡа тәүге төндә үк ауыр хәлдә килтерелгән ҡатынға ҡатмарлы операция эшләргә тура килде.
8 йыл дауамында Красный Луч ҡалаһында юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн дә мөмкинлек булмаған. Урамдарҙа 2014 йылдың авгусындағы аяныслы ваҡиғаларҙан һуң ямалмай ҡалған соҡорҙар бихисап. Уларҙы ремонтлау өсөн республика махсус техника, 70 тонна һыуыҡ асфальт һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен оҙатты. Бөгөндән улар хеҙмәт вахтаһына баҫты. Әлегә төп бурыс юлдағы соҡорҙарҙы ямау.
Красный Луч ҡалаһында асфальт-бетон заводы эшмәкәрлеген көйләп, ҡырсынташ карьерын асҡандан һуң күләмле юл ремонтлау эштәре башланырға тейеш.
Был иһә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй герой, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һуңғы төйәге Петровское ҡалаһы. Бөгөн үҙәк майҙандарҙың береһендә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре балалар уйын майҙансығына нигеҙ һалды. Луганск халыҡ республикаһында 8 йыл дауамында тыныс тормошто күрмәгән нәҫел үҫеп килә. Башҡортостан хеҙмәткәрҙәренең көсө менән кескәйҙәргә һуғыш ғәрәсәтен онотоп бер аҙға булһа ла уйынға бирелеү мөмкинлеге булдырыла. Шуныһы мөһим, майҙансыҡтар гуманитар ылау менән Башҡортостандан килтерелде.
7-се ылау республика өсөн генә түгел тотош Рәсәй күләмендә оҙатылған иң күләмле гуманитар ярҙам. Колоннала 41 автомобиль. Ул юл ремотлау өсөн махсус техника, һыуыҡ асфальт тейәлгән КАМАЗдар, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары, медицина кәрәк яраҡтары тупланған фуралар , күсмә сәләмәтлек поездары, табиптар, торлаҡ -коммуналь һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн ике автобустан торҙо. Ылауға 2 мең саҡырым юл үтергә тура килде. Коллонаны оҙатып барған водителдәрҙең тәжрибәһе ҙур. Улар йыш ҡына оҙон юлға сыға. Шуларҙың береһе Раушан Гәрәев. Донбасҡа ярҙам миссияһына ла ул осраҡлы ғына ҡуйылмаған.
Башҡортостан шулай уҡ Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәптә капиталь ремонт эштәрен уҙғарыуҙы лә ниәтләгән. План буйынса ул июль башына тәғәйенләнгән. Республика табиптары, юл, торлаҡ коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең Донбасс ерендәге хеҙмәт вахтаһы 1 ай дауам итәсәк. Уларға алмашҡа сираттағы төркөм әҙерләнә.
Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып Рәсәй Президентының Донбасс республикаларын тергеҙеү тураһында указын дәррәү күтәреп алды. Гуманитар миссияны үтәүселәр иңенә ифрат та яуаплы бурыс йөкмәтелгән. 8 йыл дауамында Украина агрессияһынан ыҙа сиккән халыҡҡа тыныс тормошто кире ҡайтарыу.
Рафиҡ Әхмәтшин