Башҡортостанда һабантуйҙар теҙмәһе раҫланды

Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Графикка ярашлы, беренсе һабантуй 27 майҙа Йылайыр районында ойошторола. Аҙаҡҡы халыҡ байрамдары 18 июндә Бәләбәй, Бүздәк, Борай, Ҡариҙел, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Шаран райондары һәм Межгорье ҡалаһында уҙа. Республика Башлығы указына ярашлы, һабантуйҙарҙа санитар-эпидемиологик талаптарға етди иғтибар бирелергә тейеш.