Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 52-се пленар ултырышында дүрт тиҫтәгә яҡын закон проекты ҡарала

Ҡануни документтар бөгөн Президиум ултырышында тикшерелде.

Депутаттар төрлө тармаҡтарға ҡағылған закон проекттарын ҡарай. Улар араһында айырым урынды төбәк иҡтисадын яҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгәндәре биләй. Сөнки санкция шарттарында предприятиеларға, эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү мотлаҡ. Бигерәк тә импортты алмаштырыу буйыса эшләгәндәргә өҫтәмә ярҙам талап ителә.

Ошо маҡсатта Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә саралар пакеты әҙерләнә. Социаль йөкләмәләр ҙә иғтибар үҙәгендә ҡала. Депутаттар социаль йүнәлештәге бер нисә мөһим ҡануни проектты ҡарай.

Рәмзиә Кәримова