Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы төбәктә Һуңғы ҡыңғырау көндәрен раҫланы. Уҡыу йылы тамамланыу айҡанлы саралар 9-сы класс уҡыусылары өсөн 18 майҙа, ә 11-се синыфтар өсөн 25-дә үтә.
Традицион рәүештә Һуңғы ҡыңғырау көнөндә республикала алкоголь һатыу сикләнә. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Констан Толкачев әйтеүенсә, спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу 27 июнь – Йәштәр көнөндә һәм Һабантуй байрамында ла ғәмәлдә була.
Рәзилә Ғиниәтуллина