Йәйәүлеләрҙе тротуар һәм киңәйтелгән юл көтә

 Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенең Вильямс, Фабрика, Сәмәрҡәнд урамында йәшәүселәр 2020 йылдың майынан йәйәүлеләр өсөн тротуар булмауҙан интегә. Юлһыҙ ҡалған йәйәүлеләр менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Һуғыш балаһы, хеҙмәт ветераны Фәрәнзидә Ғәскәрова ғүмере буйы ошо һуҡмаҡтан эшкә башта шырпы фабрикаһына, хаҡлы ялға сыҡҡас, аҙыҡ-түлек магазинына йәйәүлеләр өсөн һалынған асфальт тыҡрыҡтан йөрөгән. Ике йыл элек май айында Салауат Юлаев проспектын киңәйтеү маҡсатында Сәмәрҡәнд урамындағы шәхси йорттар күсерелә. Улар урынына ярым емерек бетон киҫәктәре һәм асфальт һыныҡтары ғына ятып ҡала.

Салауат Юлаев проспектын киңәйтеү Сәмәрҡәнд урамындағы йорттар күсерелеүгә төп сәбәп. Әммә ике йыл дауамында юл да ҙурайтылманы, йәйәүлеләр өсөн тротуар ҙа төҙөлмәне, ти, бында йәшәүселәр. Бер төркөм граждандар юлһыҙлыҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итеүҙәрен һорап бер-нисә тапҡыр Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иткән. Әммә мәсьәлә ыңғай хәл ителмәгән.

Сипайлово биҫтәһенең Вильямс, Фабрика урамында йәшәүселәр ошо ерҙән Сәмәрҡәнд урамына аҙыҡ-түлек магазинына һәм автобус туҡталышына йөрөгән. Әммә йорттар һүтелгәс, тротуар ҙа юҡҡа сыҡҡан. Халыҡ юлсылар вәғәҙә иткән киңәйтелгән юлды һәм тротуарҙы ике йыл дауамында көтөргә мәжбүр.

Сәнәғәт предприятелары яҡын булған микрорайонда юл трафигы ҡатмарлы. Йәйәүлеләр үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып ауыр йөк машиналары йөрөгән юл ситенән атларға мәжбүр. Юлһыҙлыҡ мәсьәләһе менән Октябрь районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлеге лә яҡшы таныш.

БЮТ телеканалы Сәмәрҡәнд урамында йәйәүлеләр өсөн тротуар төҙөлөшө мәсьәләһен хәл итеүҙе контролдә тотоп, даими яҡтыртып барасаҡ.

Гүзәл Борханова