Башҡортостандың ҡала-ҡасабаларын үҫтереү институты белгестәре урындағы халыҡты ял майҙанында ниндәй үҙгәрештәр көтәсәген күрһәтте. Проектҡа ярашлы, ял паркында уйын һәм спорт майҙансыҡтары, скейт-парк һәм рәссамдар өсөн плэнер урыны булдырыу, биләмәне төрлө быуын кешеләре өсөн 4 зонаға бүлеү көтөлә.
Архитекторҙар ниәте буйынса, йүгереү юлдары Ағиҙел һәм Тәйрүк бормаларын хәтерләтәсәк, ә паркта юрматы ырыуы билдәһе - аҡ талдар ултыртыласаҡ. Май аҙағында проект конкурсҡа ебәреләсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина