Федераль кимәлдә ойошторолған конкурста Башҡортостан балалары яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Мәктәп уҡыусылары тыуған төйәктәре тураһында видеояҙмалар төшөрөп, махсус программа менән сығыш яһаны. Бәйге малай-ҡыҙҙарҙы интернетта файҙалы мәғлүмәт менән эшләргә өйрәтеүгә ҡоролған. Призлы урындар яулаған йәштәр смартфондар менән бүләкләнде.
Флорида Ким