Өфөлә ветерандар советы менән республикала йәшәгән милли диаспоралар вәкилдәре осрашыуы үтте

Өфөлә Халыҡтар дуҫлығы йортонда баш ҡала ветерандар советы менән республикала йәшәгән милли диаспоралар вәкилдәре осрашыуы үтте. Халыҡтар дуҫлығы йорто менән баш ҡала ветерандар ойошмаһы 9 йыл дауамында тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Был юлы осрашыу Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналды.

Сарала ҡатнашыусылар Еңеү яҙының элекке Советтар Союзы биләмәләрендә йәшәгән халыҡтарҙың уртаҡ ҡаҙанышы булыуын билдәләне.

Гөлдәриә Йосопова