«Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе Иҫке Сибайҙа ат сабышы уҙҙы. Был хаҡта тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.
Елдәй елде етеҙ аттар. «Оҙон бәйге» сабышында республиканан һәм күрше өлкәләрҙән илленән ашыу һыбайлы үҙ мөмкинлеген һынаны. Төп призды – Бәйге ҡушаматлы башҡорт тоҡомло айғырҙы Башҡортостан башлығы әҙерләне. Бәхет Ауырғазы районынан Денис Федоровҡа йылмайҙы. Монгол ҡушаматлы аты менән ул егерме саҡрым арауыҡты беренсе булып сабып килде.
Ат сабышы, уҡтан атыу, ауҙарыш, милли көрәш һәм грэпплинг. Республикала тәүге тапҡыр уҙғарылған «Оҙон бәйге» спорт ярышын «Ирәндек» башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды ойошторҙо. Ҡыҙыу ат сабышына республика башлығы Радий Хәбиров та тамаша ҡылды.
«Оҙон бәйге» «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә үтте. Иҫке Сибай ауылы халҡы сараны уҙғарыуға ҙур көс һалды. Ауыл активистары тирмәләр урынлаштырҙы, унда оҫталарҙың ҡул эштәре урын алды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башҡорт атын һаҡлау маҡсатында бындай ярыштарҙы йыл да ойошторорға тәҡдим итте. Ат сабышы – беҙҙең бай мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө, шуға улар оҙон бәйгеләр мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу өсөн бик мөһим.
Әлфиә Хәмитова