Башҡортостан яңы быуын биопрепараттар етештереү яйға һалынасаҡ

Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды ярҙамында биотехнологиялар. Башҡортостан предприятиеларының береһендә 25 миллионлыҡ грант аҡсаларына яңы быуын биопрепараттар сығарыу яйға һалынасаҡ. Стрессҡа һәм сирҙәргә ҡаршы тороу, үҫеүгә булышлыҡ итеүсе препараттар уйлап табыусылар менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Был ҡаҙандарҙа стериль шарттарҙа, махсус температура, баҫым аҫтында 250 төрлө биопрепарат етештерергә мөмкин. Улар экологик яҡтан таҙа, тирә-яҡ мөхиткә зыян итмәй, үҫемлектәрҙең иммунитетын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, тиҙ үҫеүен тәьмин итә, бәшмәк сирҙәренә ҡаршы тора алыуын көсәйтә. Күптән түгел дәүләт теркәүе үткән фитоспорин АС препаратында сирҙәргә ҡаршы тора алырлыҡ 10 төрлө микроорганизмдар бар, ти , белгестәр

Ҡаҙандарҙа биопрепараттар етештереү ныҡлы контролдә тотола. Лаборант һәр ике сәғәт һайын махсус проба алып өлгөләргә тикшереү үткәрә.

 Ә был бүлмә предприятиеның йөрәге тип әйтергә була. Бокста бактериялар үрсетелә. Ошо йүнәлештә генә унлаған микробиолог эшләй. Бактериялар араһынан иң көслөләре генә һайлап алына. Йыл һайын ғалимдар тарафынан эшләп сығарылған 20-ләп яңы препаратҡа дәүләт теркәүе үтәләр.

Ҡаршы бүлмәлә иһә нейротехнология ярҙамында бактериялар иҫәпкә алына. Яңы төр препарат фитоспорин АС-ты уйлап табып, производствоға еткереү өсөн генә ун йылдан ашыу хеҙмәт талап ителгән. Фитоспорин стериль шарттарҙа ферментерҙарҙа культивациялана. Бактерияларҙың титры ҙур булған һайын, препараттың үҫентеләргә тәьҫире лә көслө,ти, белгестәр.

Үҫемлектәр физиологияһы лабораторияһында предприятиела етештерелгән препараттар ауыл хужалығы культураларында һәм йәшелсәләрҙә һынау үтә. Бер бал ҡалағы фитоспорин-ассты ярты литр һыуға тамыҙып, япраҡтары зарарланған помидор ҡыуағына профилактика үткәрәбеҙ.Һуңынан ғына был препараттар араһынан иң уңышлыһы һайлап алынып, баҫыуҙарға дәүләт һынауҙарына ебәрә.

Предприетие әлегә тиклем етештергән 300 төрлө биопрепарат ауыл хужалығында 7 миллион гектарҙа ҡулланылған, 3 миллион тоннанан ашыу өҫтәмә уңыш алырға булышлыҡ иткән. Күптән түгел генә теркәлгән препарат та ауыл хужалығында һөҙөмтәлерәк эшләргә булышлыҡ итер тип күҙаллана. Быйыл ноябрҙән "Башинком" яуаплылығы сикләнгән фәнни-ҡулланыу ойошмаһы яңы быуын экологик биофунгицит фитоспорин АС-ты сәнәғәт күләмендә  етештерә башлаясаҡ.

Вячеслав Кузнецов, «Башинком» фәнни-ҡулланыу предприятиеһы директоры

Фитоспорин АС – һис шикһеҙ яҡшы препарат. Ул химик препарат кеүек һөҙөмтәле эшләй, әммә экологик яҡтан таҙа, үҫемлеккә зыяны юҡ, тиҙ тарҡала, уға еткән препарат донъяла юҡ.

 Инновация үҫешенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында грант алыусылар киләсәккә аныҡ пландар менән йәшәй һәм эшләй. Предприятие илдә генә түгел, ә Европала ла иң күп фитопрепараттар етештерә.

Етәксеһе билдәләүенсә, грант аҡсаларының һәр тине уйланылып тотонола. Планда яңы етештереү цехын төҙөү, ферметерҙар, реакторҙар, киптереү аппараты һатып алыу бурысы тора. Яңы цехты эшкә ебәреү үҙ сиратында яңы эш урындары булдырырға ла ярҙам итәсәк.

Гүзәл Борханова