Башҡортостан Үзбәкстандың Сәмәркәнд өлкәһе менән үҙ-ара сауҙаны үҫтерергә ниәтләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация Сәмәркәнд өлкәһе хакимы Эркинжон Турдимов менән осрашты. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, Башҡортостан емеш һәм йәшелсә, туҡыма импортлауҙа ҡыҙыҡһына. Ә беҙҙең республиканан киптерелгән һөт, көнбағыш майы, йомортҡа, ауыл хужалығы техникаһы, станоктар экспортланырға мөмкин. Радий Хәбиров келәм сығарыу ойошмаһы эшмәкәрлеге менән танышты һәм Башҡортостанда ла ошондай етештереүҙе булдырырға тәҡдим итте. Республика Башлығы туризм өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу мөһимлеген дә телгә алды. Радий Хәбиров Башҡортостан туристары өсөн Сәмәркәндте асырға һәм ике төбәк араһында тура авиарейс булдырыу мөмкинлеге тураһында хәбәр итте.