“Забег РФ” марафоны 22 майҙа уҙа

Рәсәйҙең 85 ҡалаһында 120 мең кеше бер үк ваҡытта стартҡа баҫа. Өфөлә ярыш Телеүҙәк янындағы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда башлана. 2 меңдән ашыу ҡатнашыусы 1,5,10 һәм 21 километрлыҡ дистанцияға сыға. Өфө йүгереш буйынса Рәсәйҙең баш ҡалаһы исеме өсөн ил конкурсында ла ҡатнаша. Еңеүсе ҡалаға күсмә Кубок тапшырыла. Сығыш яһау өсөн байрамдың рәсми сайтында теркәлергә кәрәк, ошонда уҡ маршрут менән танышырға мөмкин.