Башҡортостан депутаттары фатирҙы ҡуртымға биреүҙә тәртип урынлаштырырға ниәтләй

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа законға үҙгәреш әҙерләнә. Уға ярашлы, ябыҡ пай инвестиция фонды менән идара иткән ойошмаларҙы 10 йылға милеккә һалым түләүҙән бушатырға тәҡдим ителә. Ошондай компаниялар кешеләргә фатирҙы ҡуртымға тапшыра ала. Ғәмәлдә йорт хужалары торлаҡты ҡуртымға биреп килем алған өсөн һалым түләмәй. Фатирҙа ваҡытлыса йәшәгән кешеләрҙең дә хоҡуҡтары бер нисек тә яҡланмай. Айырым компаниялар эшләгән осраҡта, был өлкәлә тәртип урынлаштырып буласаҡ, тип белдерәләр республика парламентынан.