Был турала бөгөн һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә белдерелде.
Белгестәр әйтеүенсә, әле һыу инеү миҙгеле башланып өлгөрмәгән, әммә һыуҙа тиҫтәнән ашыу кеше батып үлгән. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар араһында балалар юҡ. Мәғлүм булыуынса, былтыр май айында уҡ һыуҙа өс баланың ғүмере өҙөлгәйне. Бөгөн ҡотҡарыусылар миҙгелгә әҙерлекте башлаған, быйыл йыһазландырылған һыу инеү урындары арттырыла, был биләмәләрҙә йылға-күлдәрҙең төбөн таҙартыу бара.
Махсуслаштырылған объекттарҙа ҡотҡарыусылар дежурҙа торасаҡ. Белгестәр фекеренсә, быйыл Башҡортостанға килгән туристар һаны ярты миллионға артыр тип көтөлә. Был үҙ сиратында һыу объекттарында ял итеүселәр һанын да арттырыуға килтерә. Шуға күрә хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә иғтибарҙы көсәйтеү талап ителә.
Рәмзиә Кәримова