Эшмәкәрлек коронавирусҡа ҡаршы көрәш менән генә сикләнмәй. 15 майҙан Туймазылағы яңы ковид-госпиталдә йоғошло ауырыуҙар бүлексәһе асылды. Хәҙер ете таждың өсәүһенә төрлө инфекцияларҙан – ашҡаҙан-эсәк, тын юлдары, тире ауырыуҙарынан интегеүселәр ҡабул ителә.
Учреждение Октябрьский медицина округын тулыһынса хеҙмәтләндерә. Заманса диагностикалау һәм дауалау ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
Туймазылағы йоғошло ауырыуҙар үҙәге рекорд ваҡыт – 45 көн эсендә төҙөлөп, тәүге пациенттарын – коронавирус менән сирлеләрҙе 20 мартта ҡабул иткәйне. Корпустарҙа бөтәһе 50 палата, уларҙың унауһы реанимацияға эләккәндәр өсөн.
Гөлназ Хәйбуллина