Быйыл Башҡортостанда 137 пляж асыла

Был турала бөгөн Республика хөкүмәтендә белдерелде. Һыу буйҙарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үтте. Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, һыу инеү урындарында тейешле инфраструктура булдырылырға тейеш. 2024 йылға тиклем рәсми ҡомлоҡтар һанын 200-гә еткереү маҡсаты ҡуйылған. Быйыл Башҡортостанда пляждарҙы 1 июндән рәсми асыу көтөлә.