15 майҙан Туймазылағы яңы ковид-госпиталдә йоғошло ауырыуҙар бүлексәһе асылды. Хәҙер ете таждың өсәүһендә төрлө инфекцияларҙан – ашҡаҙан-эсәк, тын юлдары, тире ауырыуҙарынан интегеүселәр дауалау курсы үтә. Октябрьский медицина округын тулыһынса хеҙмәтләндергән учреждениела БЮТ каналының ижади төркөмө лә булып ҡайтты. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһында.
Әхәт Ғәзизов үпкәһе шешеп ҡаты сирләгән. "Ашығыс ярҙам" машинаһында уны Туймазылағы яңы ковид-госпиталгә йүнәлтәләр. Уҙаман учреждениеға ингәс тә табиптар иғтибары менән уратып алына. Медицина тикшеренеүҙәренән һуң теүәл диагноз ҡуйыла, дауалау курсы билдәләнә. Пациент фекеренсә, заман талаптарына ярашлы төҙөлгән һәм йыһазландырылған комплекста, хатта, стеналар ҙа һауыҡтыра.
Туймазылағы яңы клиник-диагностика үҙәге ҡыҫҡа ғына ваҡытта – 45 көн эсендә төҙөлөп, тәүге пациенттарын – коронавирус менән сирлеләрҙе 20 мартта ҡабул иткәйне. 15 майҙан бында инфекция бүлексәһе лә асылды. Ете корпустың өсәүһе хәҙер төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан яфаланыусылар өсөн тәғәйенләнгән.
9 мең квадрат метр майҙанды биләгән ковид-госпиталь заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән, бында, хатта санитар авиация өсөн вертолет майҙансығы ла төҙөлгән. Дауалау учреждениеһына Октябрьский медицина округынан пациенттар ҡабул ителә. Сирлеләргә барлығы 50 палата булдырылған, уларҙың унауһы реанимацияға эләккәндәр өсөн.
Пациент ҡабул ителгәс тә, уның ҡан баҫымы, сатурацияһы үлсәнә, анализдары алына. Талап ителгәндә, өҫтәмә тикшеренеүҙәр ойошторола. Барлыҡ медицина ҡорамалдары бер корпуста урынлашҡан. Күсмә аппараттар ҙа бар. Үҙәк экспресс-лаборатория, кислород станцияһы менән тәьмин ителгән.
Туймазылағы госпиталдә 46 кеше коронавирустан дауалана,уларҙың ун алтыһы бөгөн ауыр хәлдә, реанимация һәм интенсив терапия бүлектәрендә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса ауырыуҙарҙың үпкәләре ундан алып 92 процентҡа тиклем зарарланған. Бүлектә шулай уҡ балалар өсөн дә урындар бүленгән. Бәхеткә, әлегә кескәйҙәр араһында ауыр сирлеләр юҡ.
Ҡыҙыл зонала тәүлек әйләнәһенә кеше ғүмерҙәре өсөн көрәш алып барыла. Пациенттар табиптарҙың етди күҙәтеүе аҫтында. Бер аҙна элек Шаран районынан Нариман Утаушев та мәкерле сир йоҡтороп, аяҡтан йығылған. Юғары температура, көслө йүтәл менән интеккән. Туймазылағы медицина үҙәгенә эләгеү менән тәүге сәғәттән үк хәлем яҡшыра башланы тип билдәләй пациент.
Туймазылағы йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә ковид-19 инфекцияһы таралмаһын өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлә. Тәжрибәле коллектив тупланған. Табиптар билдәләүенсә, һуңғы айҙарҙа коронавирус менән сирләүселәр кәмеүе күҙәтелә. Шуға ҡурай формаһындағы үҙәктә башҡа инфекция ауырыуҙарына ҡаршы көрәш тә алып барыла башланы.
Гөлназ Хәйбуллина